Әкиәт иленә сәйәхәт
24 октябрь балалар моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Аҡъяр ауылының полилингваль күп профилле мәктәбенең 1а класы уҡыусыларын (класс етәксеһе Гөлшат Әминева) әкиәт иленә сәйәхәткә саҡырҙы.
Әкиәт – бәләкәй балаларҙы әхлаҡи тәрбиәләүҙә мөһим сара, сөнки уның йөкмәткеһендә ысынбарлыҡ ярылып ята, изгелек яуызлыҡты еңеп сыға, ғәҙеллек һәр ваҡыт тантана итә. Әкиәт һүҙ байлығын арттыра, телмәрен байыта баланың фекерләү ҡеүәһен, хәтерен үҫтерә.
Дәрес барышында уҡыусылар әкиәт геройҙарын барланылар, йомаҡтар ҡойҙолар. Шулай уҡ кескәйҙәр «Ҡамыр батыр», «Алдар батыр», «Алпамыша батыр», «Йомро икмәк», «Шалҡан», «Тирмәкәй» кеүек әкиәттәрҙе иҫкә төшөрҙөләр.
Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижади жанрҙары, шул иҫәптән башҡорт халыҡ әкиәттәре, кескәйҙәр өсөн бик ҡыҙыҡлы, йөкмәткеһе менән балаларҙы үҙенә йәлеп итеүсе жанр.Ул бер ҡасан да үҙ актуаллеген юғалтмаясаҡ.
