Башҡортостан Республикаһы
Хәйбулла районы муниципаль район
үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы
муниципаль автономлы учреждениеһы
балалар моделле китапханаһы
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан
Детская модельная библиотека
453800, Республика Башкортостан, Хайбуллинский район, с. Акъяр, улица Гагарина, д.21
тел. +7 (347-58) 2-14-66; e-mail: rayonnayadetskaya@bk.ru

«Туған телем – рухи байлығым» әҙәби уйыны

Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был дата осраҡлы ғына һайланмаған. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған.

Иҫтәлекле дата уңайынан 11 декабрҙә балалар моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Аҡъяр ауылының 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбенең 7 класс уҡыусылары өсөн Башҡорт теле көнөнә арналған «Туған телем – рухи байлығым» әҙәби уйыны үткәрҙе.

4 турҙан торған бәйгелә уҡыусылар үҙҙәренең белемен һынап ҡаранылар. Сара барышында балалар  Башҡортостандың күренекле яҙыусыларын, билдәле урындарын, йырҙарын, шиғырҙарын иҫкә төшөрҙөләр.