Башҡортостан Республикаһы
Хәйбулла районы муниципаль район
үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы
муниципаль автономлы учреждениеһы
балалар моделле китапханаһы
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан
Детская модельная библиотека
453800, Республика Башкортостан, Хайбуллинский район, с. Акъяр, улица Гагарина, д.21
тел. +7 (347-58) 2-14-66; e-mail: rayonnayadetskaya@bk.ru

«Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы» китап күргәҙмәһе

 

 

Милли кейем көнө – ата-баба­ларҙан ҡалған рухи мираҫҡа, халыҡтарҙың тарихына тағы бер ентекләберәк күҙ һалыу өсөн матур сәбәп.

Был көндө билдәләү – ул Башҡортостандағы күп төрлө милләт халыҡтары араһында берҙәмлекте, татыулыҡты  нығытыуға булышлыҡ итә.

Милли кейем – халҡыбыҙҙың ҡәҙер­ле ҡомартҡыһы, уның эске булмышы­ның, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Милли кейем – халҡыбыҙҙың ҡәҙер­ле ҡомартҡыһы, уның эске булмышы­ның, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Борондан милли кейем нәҫел­дән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы. Улар әле лә үҙҙәренең матур­лығы, сағыулығы менән күҙҙең яуын алып тора.

Аҡъяр ауылының балалар моделле китапханаһында «Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Был күргәҙмәлә республикабыҙҙа йәшәгән төрлө халыҡтарҙың милли кейеме тураһында мәғлүмәт йыйылған китаптар һәм журналдар менән таныша алаһығыҙ.

Китапханаға рәхим итегеҙ.