Башҡортостан Республикаһы
Хәйбулла районы муниципаль район
үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы
муниципаль автономлы учреждениеһы
балалар моделле китапханаһы
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан
Детская модельная библиотека
453800, Республика Башкортостан, Хайбуллинский район, с. Акъяр, улица Гагарина, д.21
тел. +7 (347-58) 2-14-66; e-mail: rayonnayadetskaya@bk.ru

«Халҡына дан йырланы» ижади конкурсы еңеүселәре билдәләнде

27 сентябрь танылған педагог, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Азамат Әғзәм улы Тажетдинов иҫтәлегенә бағышланған «Халҡына дан йырланы» ижади конкурсына йомғаҡ яһалды, еңеүселәр билдәләнде.

Конкурс бер нисә ай дауам итте һәм унда төрлө быуын вәкилдәре — уҡыусылар ҙа, ололар ҙа ҡатнашты. Конкурстың мәртәбәле жюри ағзалары Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы Саламатова һәм шағирә, Башҡортостан һәм Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Абдуллина  төрлө төбәктәрҙән килгән йөҙҙән ашыу эште баһаланылар.

БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Илшат Азамат улы Тажетдинов еңеүселәргә бик шәп бүләктәр әҙерләгән ине. Конкурсанттар Ырымбур өлкәһенән, Баймаҡ ҡалаһынан, Ғафури, Хәйбулла райондарынан килде. «Һаҡмар» гәзите, Баймаҡ беренсел журналистар союзы, район башҡорттары ҡоролтайы, Ниғәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте ойошторған сара мәшһүр «Урал» көйө менән асылды. Йомғаҡлау кисәһен Рәмил һәм Радмир Туйсиндар, Рифат Йәмлихиндың моңдары биҙәне. Сара һуңынан билдәле «Урал батыр» эпосы яҙып алынған ергә экскурсия ойошторолдо.

Хәйбулла районы еңеүселәре — балалар араһында «Поэзия» жанрында:

3-сө урын -Уралиә Батисова (Бүребай мәктәбе уҡыусыһы)

Балалар араһында «Проза» жанрында:

2-се урын — Ильяс Билалов (Бүребай мәктәбе уҡыусыһы)

2-се урын — Искәндәр Фәйзуллин (Аҡъяр 2-се мәктәбе уҡыусыһы)

3-сө урын — Нәркәс Ишемғолова (Аҡъяр 3-сө полилингваль мәктәбе уҡыусыһы)

3-сө урын — Гөлфинә Ҡыҙрасова (Әбеш мәктәбе уҡыусыһы)

Өлкәндәр араһында «Поэзия» жанрында:

2-се урын — Күсәкова Фәриғә Ғаззали ҡыҙы (Таштуғай ауылы)

3-сө урын — Бәҙретдинова Рәзилә Шәрифулла ҡыҙы (Һамар ауылы).

Шулай уҡ, балалар моделле китапханаһы мөдире Ғәлина Сания Зыя ҡыҙына һәм Бүребай мәктәбе уҡытыусыһы Гәрәева Лилиә Рәис ҡыҙына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә әҫәрҙәрегеҙ менән һөйөндөрөп тороғоҙ, ижад ҡомарҙарығыҙ һүнмәһен, һүрелмәһен!