Башҡортостан Республикаһы
Хәйбулла районы муниципаль район
үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы
муниципаль автономлы учреждениеһы
балалар моделле китапханаһы
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан
Детская модельная библиотека
453800, Республика Башкортостан, Хайбуллинский район, с. Акъяр, улица Гагарина, д.21
тел. +7 (347-58) 2-14-66; e-mail: rayonnayadetskaya@bk.ru

Әҙәби уйын «Туған телем – рухи байлығым!»

23 октябрҙә балалар моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Аҡъяр ауылының 1-се мәктәбенең 7 класс уҡыусылары (класс етәксеһе В.Н. Йәрмөхәмәтова) өсөн «Туған телем – рухи байлығым» әҙәби уйынын үткәрҙе.

Башҡортостан Республикаһы – бөйөк Ватаныбыҙҙың бәләкәй генә бер өлөшө. Башҡортостан – башҡорт иле тигән һүҙ. Халҡыбыҙ борон-борондан Урал тауҙары, йылғалары буйында йәшәгән. Ошондай матур тәбиғәткә һоҡланып, «Урал батыр»,  «Аҡбуҙат» эпостарын, бик күп йырҙар ижад иткән.

4 турҙан торған бәйгелә уҡыусылар Башҡортостан тураһында үҙҙәренең белемен һынап ҡаранылар. Сара барышында балалар  Башҡортостандың билдәле шәхестәрен, күренекле яҙыусыларын, йылғаларын, тауҙарын иҫкә төшөрҙөләр.

Уҡыусылар Башҡортостан тураһында күпте белеп, иҫләп ҡалдылар. Саранан бөтәһе лә ҡәнәғәт булып таралышты.