«Нурлы тирмә» оҫталыҡ дәресе
Бөгөн китапханала шағирә, журналист, «Ауаз» башҡорт фольклор ансамбленең солискаһы Миләүшә Ҡыҙрасованың «Нурлы тирмә» оҫталыҡ дәресе үтте. Районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан килгән гүзәл заттар оҫталыҡ дәресендә кейем-һалымға милли биҙәктәр – көмөш биҙәүестәр, тәңкә-сулпылар төшөрөү серҙәренә өйрәнде. Үҙ-ара танышып, ихлас аралашып, күңелдәренә хуш килгән шөғөл менән булышты ҡунаҡтар.
Оҫталыҡ дәресе барышында Миләүшә Ҡыҙрасова үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Яңы һөнәр өйрәнеү сараһы бик күңелле һәм мауыҡтырғыс үтте.
