«Дан йырлайым тыуған еремә» китап күргәҙмәһе
Балалар моделле китапханаһы Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бөтәбеҙҙең дә яратҡан шағирәбеҙ, күренекле прозаик Факиһа Туғыҙбаеваның тыуыуына 75 йыл тулыуға ҡарата «Дан йырлайым тыуған еремә» исемле китап күргәҙмәһен тәҡдим итә.
Факиһа Туғыҙбаева Башҡортостан Республикаһының башҡорт әҙәбиәтен, журналистикаһын үҫтереүгә һәм пропагандалауға ҙур өлөш индерҙе. 25 шиғри йыйынтыҡ, балалар өсөн 10-дан ашыу китап авторы. Уның китаптары рус, татар, төрки телдәрендә донъя күрҙе. Авторҙың балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәре уҡыу әсбаптарына индерелгән.
Тәҡдим ителгән китап күргәҙмәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Һаҙый ҡыҙының «Болонда уйнай сәскәләр» (1995), «Фатихамды бирәм һиңә» (1994), «Минең ҡошом Һомай» (2000), «Һандуғастың Тыуған иле» (2019) исемле шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтыҡтары бар. Авторҙың рус телендәге сыҡҡан «Хлеб да соль» (1989), «Камень счастья» (1998) исемле шиғырҙар йыйынтыҡтары ла урын алды.
Факиһа Туғыҙбаева — үҙенең лирик, фәлсәфәүи шиғырҙары, шулай уҡ поэмалары менән шиғриәт һөйөүселәрҙең мөхәббәтен күптән яулаған талантлы әҙибә.
