Башҡортостан Республикаһы
Хәйбулла районы муниципаль район
үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы
муниципаль автономлы учреждениеһы
балалар моделле китапханаһы
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан
Детская модельная библиотека
453800, Республика Башкортостан, Хайбуллинский район, с. Акъяр, улица Гагарина, д.21
тел. +7 (347-58) 2-14-66; e-mail: rayonnayadetskaya@bk.ru

«Теле барҙың – иле бар» әҙәби уйыны

14 декабрь – Башҡорт теле көнө. Башҡорт теле — ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Уның сиктәрендә бөтә республика буйынса башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола.

Балалар моделле китапханаһы ла был сараларҙан ситтә ҡалманы. 12 декабрҙә китапханала Аҡъяр ауылының 1-се һанлы мәктәбенең 5-се класы өсөн «Теле барҙың – иле бар» әҙәби уйыны үтте. Уҡыусылар Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары, шағирҙары, уларҙың әҫәрҙәре менән таныштылар. Башҡорт теленең бай булыуына мәҡәл-әйтемдәр, йомаҡтар аша тағы ла бер тапҡыр инандылар.

Теле юҡтың – иле юҡ, тиҙәр. Шуға күрә балаларыбыҙ менән матур итеп туған телебеҙҙә аралашайыҡ.