Башҡортостан Республикаһы
Хәйбулла районы муниципаль район
үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы
муниципаль автономлы учреждениеһы
балалар моделле китапханаһы
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан
Детская модельная библиотека
453800, Республика Башкортостан, Хайбуллинский район, с. Акъяр, улица Гагарина, д.21
тел. +7 (347-58) 2-14-66; e-mail: rayonnayadetskaya@bk.ru

«Аҡмулланың аҡ юлдары» китап күргәҙмәһе

Балалар моделле китапханаһында күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улының тыуған көнөнә ҡарата «Аҡмулланың аҡ юлдары» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Мифтахетдин Аҡмулла – башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән, милләттең XIX быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы тип һанала. Аҡмулла башҡорт теле үҫешенә ҙур роль уйнаған, уның ижады ҡаҙаҡ һәм башҡорт әҙәбиәттәре үҫешенә ҙур әһәмиәтле йоғонто яһаған, уның исеме төркмәндәр, ҡарағалпаҡтар һәм башҡа төрки халыҡтарҙа киң билдәле булған. Аҡмулла бөтә ғүмерен халыҡҡа хеҙмәт итеүгә бағышлаған.

Күргәҙмәлә Мифтахетдин Аҡмулланың китаптары һәм, әлбиттә, үҙе хаҡында китаптар урын алған.