Әҙәби уйын «Тыуған илем – Башҡортостан»
11 октябрь — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө. Был байрам тыуған еребеҙҙең рухи һәм мәҙәни мираҫы, күп быуатлы тарихы менән ғорурланған республика халҡының берҙәмлеген һәм милләт-ара татыулығын символлаштыра.
Байрам көнө уңайынан, 9 октябрь, балалар моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Аҡъяр ауылы 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбенең 6-сы класс уҡыусылары өсөн «Тыуған илем – Башҡортостан» тип аталған мауыҡтырғыс әҙәби бәйге ойошторҙо.
Өс турҙан торған бәйге балаларҙың белемен генә түгел, ә тыуған төйәктәренә булған һөйөүҙәрен дә һынаны. Уйын барышында уҡыусылар Башҡортостандың күренекле яҙыусылары, илебеҙҙең билдәле урындары һәм географик атамалары тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙе. Шулай уҡ балалар республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәрен, бай йыр-моңон һәм рухи мираҫыбыҙҙы иҫкә төшөрҙө.
Был сараның төп маҡсаты — йәш быуында үҙ республикаһы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятыу, тыуған төйәгебеҙҙең тарихына, мәҙәниәтенә ихтирам тәрбиәләү һәм уның яҙмышына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу ине. Уҡыусылар әүҙем ҡатнашып, үҙҙәренең белем кимәлен күрһәтте һәм күп кенә яңы мәғлүмәт менән байыҡты.
