Башҡортостан Республикаһы
Хәйбулла районы муниципаль район
үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы
муниципаль автономлы учреждениеһы
балалар моделле китапханаһы
Республика Башкортостан
Муниципальный район Хайбуллинский район
муниципальное автономное учреждение
централизованная библиотечная система
детская модельная библиотека
453800, Республика Башкортостан, Хайбуллинский район, с. Акъяр, улица Гагарина, д.21
тел. +7 (347-58) 2-14-66; e-mail: rayonnayadetskaya@bk.ru

Каникулдан һуң тәүге дәрес- китап тураһында

Каникулдан һуң тәүге дәрес- китап тураһында һөйләшеүҙән башланды.  Гөлшат Иштимер ҡыҙы Ишбулатова тәүге дәресте “Иң яҡшы дуҫ – китап” тигән темаға арнауы бушҡа түгел  ине. Сөнки каникул осорондағы эштәрҙе, ваҡиғаларҙы барлағанда, балаларҙың кемеһе булһа ла уйын араһында китап уҡыған йәки китапханаға йөрөгән – һөйләшеү шул хаҡта булды.

Башланғыс класты тамамлап бишенсегә килгән  балалар өсөн был каникул тәүге сиреккә йомғаҡ яһау ҙа булып тора. Шуға күрә был дәрестә башланғыс кластарҙа уҡытҡан уҡытыусылары Гөлшат Сәлимйән ҡыҙы Торомтаеваның да ҡатнашыуы осраҡлы түгел. Ул балаларҙың яңы баҫҡыста уҡыу тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты, ниндәй ҡыйынлыҡтар менән осрашыуҙары хаҡында белеште, кәңәштәр бирҙе.

Китап тураһында һөйләшеүгә балалар моделле китапханаһы мөдире Сәлимә Байгилдинаның ҡатнашыуы һөйләшеүгә йәнлелек индерҙе. Сәлимә Альберт ҡыҙы балалар яратып уҡыған башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәренә байҡау яһаны, яңы китаптар менән таныштырҙы, китапхананың эшмәкәрлеге, конкурстар, акциялар хаҡында бәйән итте.

Шуныһы ҡыуаныслы, 5 А класы уҡыусылары араһында китапхананың тоғро дуҫтары – китап уҡыусылар байтаҡ ине.

Гөлшат Иштимер ҡыҙы дәресте йомғаҡлап, китап менән дуҫ булғандарҙың күңел торошо ни тиклем бай, үҙенсәлекле булыуын,  төрлө һөнәр эйәһенә лә ыңғай йоғонто яһауын һәр бала күңеленә һалырға тырышты.