Еңеү диктанты яҙҙыҡ
Күптән түгел Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә «Еңеү диктанты – 2023» Бөтә Рәсәй акцияһы уҙғайны. Шул патриотик акция сиктәрендә балалар моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре башланғыс класс уҡыусылары өсөн «Еңеү диктанты» яҙыуҙы ойошторҙо. Был сарала Аҡъяр ауылының 1-се һанлы мәктәбенең 3 А класы (уҡытыусыһы Резеда Күсәкова) ҡатнашты. Диктант өсөн текст герой-пионерҙар тураһындағы «Атайҙар менән бер сафта» йыйынтығынан С. Петровтың «Тормошҡа ашҡан хыял» исемле хикәйәһенән өҙөк һайланды. Уҡыусылар диктантты ҙур теләк менән яҙҙылар. Сөнки уҡытыусылары Резеда Рафаэль ҡыҙы ла балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә күп көс һала.
«Беҙ азатлыҡ һуғышында ҡатнашыусылар алдында баш эйергә, фронтта һәм ауыр тыл һынауҙарында сыҙамлыҡ һәм рух ныҡлығы күрһәткән быуын тураһында иҫтәлектәрҙе быуындан-быуынға тапшырырға тейешбеҙ. Ошо уңайҙан һеҙ ойошторған «Еңеү диктанты» тап ошо тарихи хәтерҙе һаҡлауға тос өлөш индерә», – ти ул.
Эйе, Еңеү диктанты – илебеҙҙең иң матур йолаһына әүерелде. Данлыҡлы үткәнебеҙҙе данлау – уны киләсәккә еткереү ул. Беҙ, китапханасылар, ошо изге сараға үҙ өлөшөбөҙҙө индереүебеҙ менән шатбыҙ.