Башҡортостан Республикаһы
Хәйбулла районы муниципаль район
үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы
муниципаль автономлы учреждениеһы
балалар моделле китапханаһы
Республика Башкортостан
Муниципальный район Хайбуллинский район
муниципальное автономное учреждение
централизованная библиотечная система
детская модельная библиотека
453800, Республика Башкортостан, Хайбуллинский район, с. Акъяр, улица Гагарина, д.21
тел. +7 (347-58) 2-14-66; e-mail: rayonnayadetskaya@bk.ru

Әҙәби-музыкаль кисә “Мөғжизәле сәйәхәт”

Балалар моделле китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры, балалар өсөн бихисап әҫәрҙәр ижад итеүсе Гөлфиә Юнысованың 75 йәшлек юбилейына арналған әҙәби-музыкаль сара үтте. “Мөғжизәле сәйәхәт” тип аталған кисәгә Аҡъяр ауылының 4 А класы уҡыусылары ( класс етәксеһе Резеда Рафаэль ҡыҙы Күсәкова) саҡырылды. Сара барышында китапхана хеҙмәткәрҙәре шағирәнең тормош һәм ижад юлына байҡау яһанылар. Артабан уҡыусылар шағирәнең шиғырҙарын тасури уҡыу буйынса флешмобта ҡатнаштылар. Кисә аҙағында Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының һүҙҙәренә ижад ителгән балалар өсөн йырҙар тыңланылар.

Гөлфиә Юнысова – башҡорт балалар шиғриәтенең ғорурлығы. Ул – 35 китап авторы, шиғырҙары 25 телгә тәржемә ителгән.Матурлыҡ, яҡтылыҡ иленә саҡырып, балалар донъяһын, психологияһын нескә тойоп яҙған шиғырҙары – башҡорт балалар шиғриәтенең өлгөһө. Әгәр уның балалар өсөн яҙылған бер шәлкем шиғырҙары донъялағы иң hәйбәт әҫәрҙәр иҫәбендә «Балалар әҙәбиәте буйынса хрестоматия»ға (Мәскәү, «Просвещение», 1984 йыл) ингән, башҡорт, татар, рус телдәрендәге байтаҡ дәреслектәргә hәм синыфтан тыш уҡыу китаптарына индерелгән.