Башҡортостан Республикаһы
Хәйбулла районы муниципаль район
үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы
муниципаль автономлы учреждениеһы
балалар моделле китапханаһы
Республика Башкортостан
Муниципальный район Хайбуллинский район
муниципальное автономное учреждение
централизованная библиотечная система
детская модельная библиотека
453800, Республика Башкортостан, Хайбуллинский район, с. Акъяр, улица Гагарина, д.21
тел. +7 (347-58) 2-14-66; e-mail: rayonnayadetskaya@bk.ru

Башҡортса квиз-уйын үтте

Бөгөн Аҡъяр ауылының 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбе базаһында башҡорт телендә “Телде үҫтергән – илде үҫтерер” квиз – уйыны ойошторолдо. Башҡорт теле көнө уңайынан  үткән был сараны Балалар моделле китапханаһы Үҙәк китапхана һәм  райондың тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойошторҙо. Бәйгеселәрҙе Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Аксана Хәлим  ҡыҙы Сынбулатова сәләмләне. Ул балаларҙы Башҡорт теле көнө менән ҡотланы, уңыштар һәм еңеү теләне.

Квиз-уйында барлығы 10 команда ҡатнашты. Етмештән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан квиз өс раундтан торҙо. Уйында ҡатнашыусылар Башҡортостан, уның иҫтәлекле урындары, географик атамалары, арҙаҡлы шәхестәренә, йыр – моңона, әҙәби мираҫына ҡағылышлы һорауҙарға яуап эҙләне.

Баһалама ағзалары эштәрҙе тикшереп, урындарҙы билдәләгәнсе, музей хеҙмәткәрҙәре башҡорт халҡының шөғөлөнә, музыка ҡоралдарына бәйле экспонаттар хаҡында һөйләне. Балалар өҫтәмә һоруҙарға яуап биреп командаларына балл өҫтәне.

Еңеүсе командаларға муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Башҡорт теле уңайынан ойошторолған был мәртәбәле сара йыр флешмобы менән тамамланды. Ҡатнашыусылар “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын күмәкләп башҡарҙылар.