«АҠБУҘАТ» БЕҘҘӘ ҠУНАҠТА
17 август көнө «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында башланғыс класс уҡыусылары менән осрашты.
Лариса Хашим ҡыҙы осрашыуҙы балалар менән танышыуҙан башланы һәм балаларҙы дүрт рухи таяу менән таныштырҙы. Башҡорт балалары өсөн генә түгел, ғөмүмән, һәр милләттең кескәй вәкилдәренә ерҙә баҫып тороу өсөн ныҡлы таяуҙар мөһим: тел, тарих, шәжәрә, иман.
Осрашыу барышында Лариса Хашим ҡыҙы балаларға ошо ҡиммәттәрҙе белеү мөһимлеге хаҡында һөйләне. Шәжәрә иһә тамырҙарҙы барларға ғына түгел, был ерҙә ныҡ баҫып торорға булышлыҡ итә, рух өҫтәй. Балалар таҡта янына сығып өс, дүрткә тиклем быуындарын барланы.
— Ысын башҡорт ете быуынына тиклем ата-бабаларын белергә тейеш, – тип аңлатты уларға Лариса Хашим ҡыҙы.
Иман хаҡында һөйләшкәндә, ҡайһы бер балаларҙың доғалар белгәне асыҡланды. Улар таҡта янына сығып уларҙы һөйләп ишеттерҙе. Лариса апайҙары уҡыусыларға иманлы булырға, үҙ телеңдә изге теләктәр теләп торорға саҡырҙы.
Ҡыҙҙар, малайҙар һорауҙарға әүҙем яуап бирҙеләр. Сыңғыҙ исемле малай тапҡырлығы, батырлығы менән айырылып торҙо. Лариса Хашим ҡыҙы уға үҙе етәкләган баҫма исеменән йомшаҡ уйынсыҡ бүләк итте. Сарала ҡатнашҡан һәр балаға «Аҡбуҙат» журналы тапшырылды.
Башҡортостан Башлығы гранты фонды ярҙамында «Аҡбуҙат» журналы коллективы «Мин – йәш Шаһитсы» («Я – юный Шагитовец») проектын тормошҡа ашыра. Баш мөхәррир ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы ошо сарала ҡатнашырға, редакцияға башҡортса мәҡәләләр яҙып һалырға саҡырҙы. Осрашыу барышында балалар бирелгән һүҙҙәрҙе ҡулланып, мәҡәлә яҙҙы. Иң яҡшы тип табылған мәҡәлә журнал биттәрендә урын аласаҡ.
Матур осрашыу барыһына ла бик оҡшаны. Балалар рухлы, иманлы, телен, илен ҡәҙерләгән шәхестәр булып үҫерҙәр тип ышанабыҙ!
Был осрашыу Түңгәүер йыйыны сиктәрендә ойошторолдо.