«Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы» китап күргәҙмәһе
Милли кейем көнө – ата-бабаларҙан ҡалған рухи мираҫҡа, халыҡтарҙың тарихына тағы бер ентекләберәк күҙ һалыу өсөн матур сәбәп.
Был көндө билдәләү – ул Башҡортостандағы күп төрлө милләт халыҡтары араһында берҙәмлекте, татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итә.
Милли кейем – халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Милли кейем – халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Борондан милли кейем нәҫелдән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы. Улар әле лә үҙҙәренең матурлығы, сағыулығы менән күҙҙең яуын алып тора.
Аҡъяр ауылының балалар моделле китапханаһында «Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Был күргәҙмәлә республикабыҙҙа йәшәгән төрлө халыҡтарҙың милли кейеме тураһында мәғлүмәт йыйылған китаптар һәм журналдар менән таныша алаһығыҙ.
Китапханаға рәхим итегеҙ.

