Башҡортостан Республикаһы
Хәйбулла районы муниципаль район
үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы
муниципаль автономлы учреждениеһы
балалар моделле китапханаһы
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан
Детская модельная библиотека
453800, Республика Башкортостан, Хайбуллинский район, с. Акъяр, улица Гагарина, д.21
тел. +7 (347-58) 2-14-66; e-mail: rayonnayadetskaya@bk.ru

«Башҡорт телендә уҡыйбыҙ» флешмобында ҡатнашырға саҡырабыҙ!

14 декабрь көнө республика халҡы башҡорт теле көнөн билдәләйәсәк.

«Телен ҡәҙерләгән халыҡ – ҡәҙерле булыр» – ти башҡорт мәҡәле. Киләсәктә лә һәр баланың теле үҙ туған телендә асылһын! Бының өсөн һәр беребеҙ туған башҡорт телебеҙҙә һөйләшәйек, уны ҙурлайыҡ һәм киләсәк быуындарға еткерәйек!

Башҡорт теле көнөнә ҡарата балалар моделле китапханаһы «Башҡорт телендә уҡыйбыҙ» флешмобы иғлан итә. Флешмоб бөгөнгө көндән 14 декабргә тиклем барасаҡ.

Ҡатнашыу шарттары ябай:

башҡорт телендә ниндәйҙер әҫәр йәки шиғыр уҡып, видеоға төшөрөргә. Видеоларҙы балалар моделле китапханаһының «Бәйләнештә» социаль селтәренә йәки rayonnayadetskaya@bk.ru электрон почтаһына ебәрергә мөмкин.

Флешмобта 18 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала.

#башҡорттелендәуҡыйым

#БашҡортТелеКөнө #БалаларМоделлеКитапханаһыАҡъяр