«Минең туған телем» әҙәби уйын
21 февраль Халыҡ-ара туған телдәр көнө. Тел – кешегә әсә һөтө менән бирелгән иң ғәзиз бүләк. Туған тел халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән.
Ошо иҫтәлекле ваҡиғаға арнап балалар моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре 3-сө һанлы полилингваль күп профилле Аҡъяр урта мәктәбенең 3-сө класс уҡыусылары өсөн «Минең туған телем» исемле әҙәби уйын үткәрҙе.
Сараның маҡсаты — балаларҙа туған телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, һүҙ байлығын арттырыу һәм логик фекерләүҙе үҫтереү.
Башта китапхана хеҙмәткәрҙәре был байрам 2000 йылдан алып ЮНЕСКО-ның тел һәм мәҙәни төрлөлөгөнә, күп теллелеккә булышлыҡ итеү маҡсатында булдырылыуы тураһында һөйләнеләр. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел менән бәйле. Шуға күрә телдәрҙе һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.
Уҡыусылар һүҙҙәр тәржемә итеүҙә, ижектәрҙән һүҙҙәр төҙөүҙә, һүҙҙәрҙең антонимдарын табыуҙа һәм башҡорт теле буйынса һорауҙарға яуап биреүҙә үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтте. Сара бик йәнле һәм йөкмәткеле үтте. Туған телгә һөйөү тәрбиәләү — беҙҙең төп бурысыбыҙ. Телебеҙ матур булһын, мәңге йәшәһен!
