«Башҡорт милли биҙәүестәре» оҫталыҡ дәресе
Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылына һәм Милли кейем көнөнә ҡарата балалар моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре, ҡул оҫтаһы Динара Шәһит ҡыҙы менән берлектә, «Пушкин картаһы» федераль проекты сиктәрендә «Башҡорт милли биҙәүестәре» тип аталған оҫталыҡ дәресе ойошторҙолар.
Башҡорт милли биҙәүестәре башҡорт халҡының эстетик ҡарашын сағылдырған, талисман, күҙ тейеүҙән һаҡлаусы булып хеҙмәт иткән, ҡайһы ырыуға ҡарауын белдергән, ғаилә статусының күрһәткесе булған. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының костюмында иң сағыу биҙәнеү әйберҙәре булып түшелдерек (яға, селтәр, муйынса, һаҡал, хәситә һ.б.) торған.
Китапханасы уҡыусыларҙы боронғо башҡорт биҙәүестәре менән таныштырҙы, уларҙың башҡорт телендәге үҙенсәлекле исемдәрен атап үтте.
Артабан ҡул оҫтаһы Динара Шәһит ҡыҙы ҡыҙҙарға брошь яһау серҙәрен өйрәтте. Был таһыллыҡ талап иткән эште өйрәнеүселәр брошь яһанылар, биҙәүестәр ҡуйып, уларҙы матурланылар. Оҫталыҡ дәресе барышында ҡул оҫтаһы ҡатнашыусыларға биҙәктәрҙең мәғәнәһе тураһында һөйләне. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйберҙәре өсөн материалдарҙы һайлау уларҙың тылсымлы үҙенсәлегенә ышаныу менән бәйле. Көмөштөң һаҡлау, сафландырыу көсө бар, уның ялтырауығы һәм сыңлауы – яуыз рухтарҙы ҡыуып сығарыу һәләтенә эйә, тип ышанғандар. Мәрйендең ал бөртөктәре яңы тормош башланыуын символлаштырған.
Был сара уҡыусыларға үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырырға өйрәнергә һәм милли мәҙәниәт менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге бирҙе.
