Башҡортостан Республикаһы
Хәйбулла районы муниципаль район
үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы
муниципаль автономлы учреждениеһы
балалар моделле китапханаһы
Республика Башкортостан
Муниципальный район Хайбуллинский район
муниципальное автономное учреждение
централизованная библиотечная система
детская модельная библиотека
453800, Республика Башкортостан, Хайбуллинский район, с. Акъяр, улица Гагарина, д.21
тел. +7 (347-58) 2-14-66; e-mail: rayonnayadetskaya@bk.ru

Еңеү диктанты

Төбәк-ара «Еңеү диктанты» акцияһы

1-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең 4а класс уҡыусылары Төбәк-ара «Еңеү диктанты» акцияһында ҡатнашты. Шулай уҡ Балалар моделле китапханаһы һәм китапты туплау һәм эшкәртеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә был акцияға ҡушылдылар. Диктантты уҡыусылар оффлайн форматта яҙҙы. Диктант өсөн Әхтәм Ихсандың «Саҡма тояҡ аттарҙа» әҫәренән өҙөк алынған. Өҙөктә яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Хәбибрахман улы Әхмәтшиндың батырлығы хаҡында бәйән ителә.

Бөйөк Ватан һуғышы – илебеҙ тарихындағы мөһим биттәрҙең, шул уҡ ваҡытта совет халҡы өсөн иң ауыр һынауҙарҙың береһе. Эйе, беҙ азатлыҡ һуғышында ҡатнашыусылар алдында баш эйергә, фронтта һәм ауыр тыл һынауҙарында сыҙамлыҡ һәм рух ныҡлығы күрһәткән быуын тураһында иҫтәлектәрҙе быуындан-быуынға тапшырырға тейешбеҙ. Икенсе йыл ойошторолған «Еңеү диктанты» ла тап ошо тарихи хәтерҙе һаҡлау маҡсатында уҙғарыла.