Башҡортостан Республикаһы
Хәйбулла районы муниципаль район
үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы
муниципаль автономлы учреждениеһы
балалар моделле китапханаһы
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан
Детская модельная библиотека
453800, Республика Башкортостан, Хайбуллинский район, с. Акъяр, улица Гагарина, д.21
тел. +7 (347-58) 2-14-66; e-mail: rayonnayadetskaya@bk.ru

«Ҡурай төйәге буйлап сәйәхәт» әҙәби сәғәт

Ҡурай – башҡорт халҡының әләме, ораны, ҡеүәте, башҡорт халҡының йәне. «Ҡурай — халҡыбыҙҙың музыка ҡоралы ғына түгел, быуаттарҙан-быуаттарға тапшырылған музыкаль символы, халыҡтың рухы, көсө һәм йәне,»-тине республикабыҙҙың Башлығы Радий Хәбиров һәм уның указына ярашлы 10 октябрь Башҡорт ҡурайы көнө тип иғлан ителде.

Тап ошо көн айҡанлы, Аҡъяр ауылының 2-се һанлы мәктәбенең 4-се класс уҡыусылары өсөн балалар моделле китапханаһында «Ҡурай төйәге буйлап сәйәхәт» исемле сара үтте. Сараны алып барыусылар ҡурай ҡасан, нисек барлыҡҡа килгәне тураһында һөйләнеләр. Балалар башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡурайҙың нисек эшләнеүе тураһында видеояҙма ҡаранылар.

Районыбыҙҙың күренекле ҡурайсылары, республика конкурстары лауреаттары, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары Рифат Садиҡ улы Күскилдин һәм Хәйҙәр Фазылйән улы Ильясов балаларға ҡурай төрҙәре тураһында һөйләнеләр. Улар ҡурайҙың ниндәй мөғжизәле көскә эйә булыуы хаҡындағы фәлсфәүи уй-фекерҙәре менән уртаҡлаштылар, халыҡ көйҙәре легендаларын һөйләнеләр һәм ҡурайҙа уйнап та ишеттерҙеләр.

Артабан алып барыусылар республикабыҙҙың һәм районыбыҙҙың билдәле ҡурайсылары хаҡында бәйән иттеләр.

Шулай итеп, республикабыҙҙың ете мөғжизәһенә ингән ҡурай – Башҡортостандың иң аҫыл ҡомартҡыларының береһе ул. Был музыка ҡоралы халҡыбыҙҙың рухи мәҙәниәте, ҙур тарихы менән бәйләнгән. Һәм алдағы йылдарҙа ла серле ҡурай моңо тынмаһын ине.