Башҡортостан Республикаһы
Хәйбулла районы муниципаль район
үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы
муниципаль автономлы учреждениеһы
балалар моделле китапханаһы
Муниципальное автономное учреждение
Централизованная библиотечная система
муниципального района Хайбуллинский район
Республики Башкортостан
Детская модельная библиотека
453800, Республика Башкортостан, Хайбуллинский район, с. Акъяр, улица Гагарина, д.21
тел. +7 (347-58) 2-14-66; e-mail: rayonnayadetskaya@bk.ru

Әҙәби уйын «Тыуған яғым – алтын бишегем!»

Һәр  кешенең  тыуған  көнө  булған  кеүек, илдәрҙең  дә  барлыҡҡа  килгән көнө була. Бөгөн балалар моделле китапханаһында, яратҡан  байрамдарыбыҙҙың береһе, Башҡортостан Республикаһының тыуған көнө уңайынан «Тыуған яғым – алтын бишегем!»  әҙәби уйыны үткәрелде. Сарала беренсе Аҡъяр урта белем биреү мәктәбенең 6 «Б» синыфы  уҡыусылары (класс етәксеһе Н.Ф. Аҡназарова)  ҡатнашты.

1990 йылдың 11 октябрендә Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә, 1992 йылдың февраль айынан Башҡортостан Республикаһы тип атап йөрөтөлә башлай. Тәүҙә 11 октябрҙә ни өсөн Башҡортостандың тыуған көнө билдәләнеүен аңлатҡандан һуң, әҙәби уйын башланды. Балалар һәр бер турҙа бик әүҙем,  ихлас ҡатнаштылар.

Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары, милли аштары тураһында төплө белем алдылар. Башҡортостандың ҡалаларын һанап киттеләр, символикаһы тураһында һөйләнеләр. Ҡыҙыҡһынып тыуған яҡ тәбиғәте, ҡырағай хайуандары хаҡында әңгәмәләштеләр, йомаҡтар систеләр.

Уҡыусылар Башҡортостан тураһында күпте белеп, иҫләп ҡалдылар. Саранан бөтәһе лә ҡәнәғәт булып таралышты.